Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктең Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы башлығы интернет менән ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

Йәмғиәт

25 ғинуарҙа «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Әлмира Ғәниеваның онлайн-конференцияһы үтте.

Бер сәғәт дауамында идаралыҡ начальнигы һорауҙарға яуап бирҙе. 17 сәғәттән 18-гә тиклем «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форма тултырып, «Ижтимағи электрон гәзит»те уҡыусылар уға мөрәжәғәт итә ала ине.

Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо.

Әлмира Ғәниеваның виртуаль киңлектәге әңгәмәһе «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.

Тейешле техник эштәр башҡарылғандан һуң, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында 2012 йылдағы тәүге онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть