Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республика Президенты банкыларҙы халыҡтын финанс белемен арттырыуҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы

Иҡтисад

Халыҡтың финанс белемен арттырыу – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың банк хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйған бурыстарҙың береһе.

— Халыҡҡа кредиттар ғына түгел, белем ярҙамында ла шәхси байлыҡтарын арттырырға ярҙам итергә кәрәк, — тип билдәләне төбәк башлығы Башҡортостандың Милли банкыһында үткән кәңәшмәлә. Ул шулай уҡ төбәктә тейешле маҡсатлы программаның ҡабул ителеүен иҫкә төшөрҙө.

Президент һүҙҙәренсә, бөгөн республиканың күпселек халҡы иҡтисади тормошҡа йәлеп ителмәгән. Уларға был өлкәлә ярҙам итеү өсөн махсус мәғариф проекттары, гәзиттәрҙәге бүлектәр, телетапшырыуҙар аша ликбез үткәреү зарур.

— Банк хеҙмәткәрҙәренең ярҙамынан тыш, был эште башҡара алмаясаҡбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть