5 декабрь, Дүшәмбе

25 ғинуар 2012 йыл, 17:10

Рөстәм Хәмитов банк хеҙмәткәрҙәренә 2012 йылға төп бурыстар билдәләне

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан етәкселеге банкыларҙың төбәктең иҡтисади тормошонда әүҙемерәк ҡатнашыуын көтә: тулайым төбәк продуктында финанстар секторы өлөшө 2012 йылда кәм тигәндә ике тапҡырға артырға тейеш.

— Республикала банк хеҙмәттәре менән тәьмин ителеүҙе илдәге лидер төбәктәр кимәленә тиклем арттырыу беҙҙең бурыс булып тора, — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең Милли банкыһында үткән кәңәшмәлә. Унда бөгөн республиканың банк хеҙмәткәрҙәре үткән йылға йомғаҡ яһаны һәм ағымдағы йылға пландар билдәләне. – Тулайым төбәк продуктында финанстар секторы өлөшөн 0,2-0,3 проценттан кәм тигәндә уртаса Рәсәй күрһәткесе – 0,6-0,7 процентҡа тиклем, йәғни 2-2,5 тапҡырға арттырыу зарур.

Президент бурыстың ауыр булыуын билдәләне, һәм шул уҡ ваҡытта республиканың уны үтәй алыуына ышанысын белдерҙе.

— Әлеге ваҡытта республика көрсөк эҙемтәләре менән көрәшә һәм үҫеш буйынса ыңғай йылдамлыҡ күрһәтә. Тулайым төбәк продукты – яҡынса туғыҙ процентҡа, сәнәғәт производствоһы күләме 9,5 процентҡа артты, ауыл хужалығында ла ярайһы уҡ алға китеш бар. Беҙгә макроиҡтисади күрһәткестәребеҙ өсөн оялырға түгел, — тине Рөстәм Хәмитов.

Банкылар эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә килгәндә, Президент үткән йыл эсендә күп нәмәгә өлгәшелеүен белдерҙе. Шулай итеп, әйләнештәге аҡса күләме йыл эсендә биш процентҡа – 420 миллиард һумға тиклем артты. Банкылар килеме яҡынса 11 миллиард һум тәшкил итте, 2010 йылда был күрһәткес 3 миллиард ине. Республикала банкылар һаны ла ярайһы уҡ артты: банк бүлексәләренең дөйөм һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә бишенсе урында тора. Банк кредиттарының дөйөм күләме 5 миллиард һумдан ашты, ә сағыштырма ауырлығы 2010 йылдағы 6,5 проценттан туғыҙға тиклем артты. Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер төбәктәрҙә был өлөштөң 25 процентҡа барып етеүен билдәләне.

— Банкыларҙың республика иҡтисадын үҫтереүҙә әүҙемерәк ҡатнашыуын, кредитлау күләмдәрен ярайһы уҡ арттырыуын көтәбеҙ, уларҙан инвестицион проекттар ҙа көтөп ҡалабыҙ, — тип ағымдағы йылға бурыстар билдәләне төбәк башлығы. – Инвестицион проекттарҙы финанслау системаһын үҫтереү кәрәклеген айырыуса билдәләп үтәм. Был өлкәлә эштәр һүлпән бара. Республикала был етешһеҙлекте бөтөрөргә ваҡыт.

Берлектәге эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре араһынан Президент агросәнәғәт комплексын, бәләкәй һәм урта бизнесты, торлаҡ төҙөлөшөн кредитлау, шулай уҡ халыҡтың финанс белем кимәлен арттырыу мәсьәләләрен билдәләне.