5 декабрь, Дүшәмбе

25 ғинуар 2012 йыл, 15:14

Өфөлә өс йыл эсендә балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға ҡыҫҡартыласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә өс-дүрт йыл эсендә балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡартыласаҡ. Бындай мөмкинлекте 2012 йылда ҡалала асыласаҡ 12 яңы балалар баҡсаһы бирәсәк. Киләсәктә йәнә шул саҡлы бындай объект төҙөләсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте.

Ул шулай уҡ яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөгәндә урындағы властың сит ил тәжрибәһенә таянасағын билдәләне. Европала айырым ашханаһы, спорт блогы, уйын бүлмәләре булмаған бәләкәй балалар баҡсаларын төҙөү тәжрибәһе таралған.

— Шәхси балалар баҡсаларын төҙөү хупланасаҡ. Был өлкәгә килгән бәләкәй һәм урта бизнесҡа ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк, — тип билдәләне Ирек Ялалов.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сираттар буйынса тәртип булдырыу планлаштырыла. Бөгөн Өфөлә рәсми рәүештә 24 мең кеше бындай сиратта тора.

— Сиратты комплектлау менән проблемалар килеп тыуа, — тип иҫәпләй Ирек Ялалов. – Уның ҡабатланыуын булдырмау зарур. Ҡайһы бер ата-әсәләр биш-алты районда сиратҡа тора. Шуға күрә ысынында нисә сабыйҙың балалар баҡсаһына мохтаж булыуын асыҡларға бурыслыбыҙ. Был бик мөһим һорау, сөнки ул бындай учреждениелар төҙөүгә бүленгән аҡса менән бәйле. Беҙгә нисә урын кәрәклеген белмәһәк, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары селтәрен үҫтереү программаһында хата ебәреүебеҙ ҙә бар.