9 декабрь, Йома

25 ғинуар 2012 йыл, 14:56

Өфөлә Ленинград блокадаһын йырып сығыуҙың 68 йыллығы билдәләнәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

27 ғинуарҙа сәғәт 11-ҙә Республика Хәрби Дан музейында Ленинград блокадаһын йырып сығыуҙың 68 йыллығына арналған тантана ойошторола. Ойоштороусыһы – Республика Хәрби Дан музейы. Сара Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы өлгөһөндә үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында үткәрелә.

Унда Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, 5-се Республика мәктәп-интернаты уҡыусылары, музей етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында блокадасылар сығыш яһаясаҡ, «Ленинград блокадаһы» открыткалар күргәҙмәһе үткәреләсәк, Нева ярындағы ҡала һаҡсыларының ҡаһарманлығы тураһында хроникаль-документаль фильм күрһәтеләсәк.