Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала экстремаль спорт төрҙәре паркы төҙөлөргә тейеш

Йәмғиәт

Өфөлә экстремаль спорт төрҙәре паркы төҙөләсәк. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдерҙе. Уның фекеренсә, бындай объект йәштәр өсөн кәрәк, махсус йыһазландырылған урын булмауы арҡаһында улар ҡала майҙандарында шөғөлләнергә мәжбүр.

Экстремаль спорт төрҙәре паркы М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашасаҡ, тип күҙаллана. Парк үҙе лә тулыһынса яңыртыласаҡ. Киләсәктә уны  Ағиҙел буйынан үткән тимер юлға тиклем киңәйтеү планлаштырыла. Паркта халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләнгән киңлеге туғыҙ метрлыҡ яҡтыртылған саңғы трассаһы буласаҡ. Ә экстремаль спорт төрҙәре паркында бер үк ваҡытта йөҙәрләгән кеше шөғөлләнә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть