Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Салауат Юлаев проспекты Бөрө трактына тоташтырыласаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә Салауат Юлаев проспектының дауамы төҙөлә башлаясаҡ. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте.

Проспекттың икенсе сиратының оҙонлоғо 7,5 километрға етәсәк. Ул Бөрө трактына тоташтырыласаҡ һәм башҡа урамдарҙағы транспорт йөкләнеше проспектҡа күсереләсәк. Төҙөлөштө биш йылда тамамлау планлаштырыла. Әгәр проект тормошҡа ашырылһа, Салауат Юлаев проспекты Рәсәйҙәге светофорҙар ҡуйылмаған иң оҙон урам буласаҡ.  

Ирек Ялаловтың әйтеүенсә, Комсомол һәм Рәсәй урамдарын да етди реконструкция көтә. Улар һигеҙ һыҙатҡа тиклем киңәйтеләсәк, тротуарҙар һәм туҡталыштары төҙөкләндереләсәк. Һуңынан был урамдарға Октябрь проспектынан йәмәғәт транспорты маршруттарының бер өлөшөн күсереү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть