Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

2012 йылда республикала етем балаларға торлаҡ һатып алыу өсөн 400 миллион һум аҡса бүленәсәк

Иҡтисад

Республикала торлаҡҡа мохтаж булған барлыҡ етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен бер юлы хәл итеү өсөн яҡынса 909 миллион һум кәрәк. Шулай уҡ артабан йыл һайын 142 миллион һум самаһы аҡса бүлеү зарур.

Бөгөн Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһы ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса республикала торлаҡтары булмаған 4100-ҙән ашыу ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған һәм етем бала иҫәпләнә. Уларҙан яҡынса 1300 кеше торлаҡ алыу хоҡуғына эйә.

— 2009 йылдан алып 2011 йылға тиклем ҡарауһыҙ ҡалған, торлаҡтары булмаған етем балалар һаны 1,4 тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн бүленгән бюджет средстволары күләмдәре был ваҡыт эсендә биш тапҡырға тиерлек артҡан. Был торлаҡ менән тәьмин ителгән етем балалар һанын өс тапҡырҙан ашыуға арттырырға мөмкинлек бирҙе, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының баш инспекторы Светлана Коровкина.

Шулай итеп, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 2010 йылда бюджеттан 133 миллион һумдан ашыу аҡса бүленһә, үткән йылда был сумма 370 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. 2012 йылда иһә финанслау күләме 400 миллион һум тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть