5 декабрь, Дүшәмбе

25 ғинуар 2012 йыл, 12:44

Февралдә Өфөлә ҡала төҙөлөшө буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

13 һәм 15 февралдә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы сираттағы йәмәғәт тыңлауҙары үткәрә. Был турала ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Унда Кустаревское күленән көнсығыштараҡ урынлашҡан биҫтә составындағы 1-се кварталды межалау проекты һәм Салауат Юлаев проспекты, Ҡариҙел йылғаһы, урман массивы, С.Перовская, С.Кувыкин, Менделеев урамдары сиктәрендәге террриторияны планлаштырыу проекты ҡараласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр Баланово — Яңы Александровка районын планлаштырыу проекты тикшерелде, Өфөнөң Ерҙе файҙаланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде, «Һамар-Өфө-Силәбе» автомагистрале, ҡала урмандарының сиктәре, Столбовая урамы һәм «Өфө-Аэропорт» автоюлы менән сикләнгән территорияны планлаштырыу һәм ыҙанлау проекттары һәм башҡалар ҡаралды.

Февралдәге йәмәғәт тыңлауҙары Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының 2011 йылдың 28 декабрендәге ҡарарҙарына ярашлы үткәрелә.