3 декабрь, Шәмбе

25 ғинуар 2012 йыл, 12:18

Кирбес заводтарының күбеһе етештереү күрһәткестәрен арттырған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда керамик кирбес заводтары араһындағы 17 предприятие уҙған йылдың 11 айын етештереү күрһәткестәренең артыуы менән тамамлаған. Был үҙебеҙҙә етештерелгән ҡорамалдарҙа эшләүсе заводтарға ҡағыла. Шуларҙан «Андреевка керамик кирбес заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең күрһәткестәре — 173,5 процентҡа, «Дәүләкән керамик заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенеке 136,1 процентҡа еткән. Дүрт предприятие продукция етештереүҙең кәмеүенә юл ҡуйған. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитететында хәбәр иттеләр. Яҡын арала йылға йомғаҡ яһаласаҡ.

Ете предприятие иҡтисади сәбәптәр буйынса туҡтатылған. Импорт ҡорамалдарҙа эшләгән бөтә предприятиелар ҙа продукция етештереүҙе арттырған. Республикала 31 завод керамик кирбес сығара. Шуларҙың 25-е ватан һәм белорус ҡорамалдары менән йыһазландырылған, алтыһы импорт ҡорамалдарҙа эшләй.

Силикат кирбес сығарыусы өс заводтың икәүһе уҙған йылдың 11 айын ыңғай күрһәткестәр менән тамамлаған. «Бессер» блоктары етештереүсе предприятиеларҙа ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә.  «ГлавБашСтрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 61 мең кубометр газосиликат блоктары сығарған (30,5 млн дана шартлы кирбес).

Өҫтәмә ҡиммәткә һалымды иҫәпләмәгәндә керамик кирбестең уртаса хаҡы яңы йыл алдынан бер мең данаһына 5547 һум булған (2010 йылдың ноябрендә – 5033 һум), силикат кирбестең уртаса хаҡы 2010 йылдағы 4546 һум урынына 4196 һум тәшкил иткән.