7 декабрь, Шаршамбы

25 ғинуар 2012 йыл, 12:18

Башҡортостанда «Һылыуҡай-2012» телевизион конкурсына һайлап алыу туры башланды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда «Һылыуҡай-2012» республика телевизион конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү башланды. Унда ҡала һәм район конкурстарында еңеүселәр ҡатнашасаҡ.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән асыҡлауҙарынса, бәйгелә 16-22 йәштәрҙәге һылыуҙар ҡатнаша ала, уларға башҡорт телен, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеү мотлаҡ. Ҡыҙҙарҙың буйы 170 сантиметрҙан түбән булырға тейеш түгел.

Конкурстың һайлап алыу туры 1 февралдә Өфөлә, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы бинаһында үтәсәк. Һәр ҡатнашыусы киләһе номерҙарға әҙер булырға тейеш: визитка, ижади конкурс (башҡорт бейеүе, таҡмаҡ, актерлыҡ оҫталығы буйынса коллоквиум), кейемдәр демонстрациялау, А3 форматындағы кәм тигәндә дүрт профессиональ фотонан торған портфолио.

Конкурстың һайлап алыу туры аша үткән ҡыҙҙар өсөн Өфөлә вокал, хореография, дефиле, сәхнә телмәре буйынса иң яҡшы уҡытыусылар менән ике аҙналыҡ әҙерлек курстары ойоштороласаҡ.

«Һылыуҡай-2012» финалы 7 мартта Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Ҡатнашыу өсөн заявкалар 30 ғинуарға тиклем 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәп Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәге дәүләт мәҙәниәт учреждениеһында ҡабул ителә. Тел./факс 8 (347) 289-62-00, 289-65-50, gukrcnt@mail.ru – Усманова Гөлнара Ғиниәт ҡыҙы. Miss-asia-ufa@mail.ru, 89191462008, 89872540499 – Таһирова Линара Рәүил ҡыҙы.

Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгесы)» Йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге сығыш яһай.

темалар: конкурстар