10 декабрь, Шәмбе

25 ғинуар 2012 йыл, 11:59

Каникулдан һуң тәүге аҙнала балалар араһында ауырыусылар иҫәбе дүрттән бер өлөшкә артҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бер аҙнала Башҡортостандың 13539 кешеһенә киҫкен вируслы респиратор инфекция диагнозы ҡуйылған. Сирләй башлағандарҙың күбеһе (68,8%) — 14 йәшкә тиклемге балалар. Каникулдарҙан һуң тәүге аҙнала ауырыусылар иҫәбе дөйөм алғанда —23,8 процентҡа, шул иҫәптән балалар араһында 25,2 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта, Роспотребнадзорҙың республикалағы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, вируслы инфекциялар менән ауырыу кимәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткескә ҡарағанда 23,1 процентҡа түбән. Грипп осраҡтары теркәлмәгән.

Үткән аҙнала баш ҡалала 3,5 меңдән ашыу кеше һалҡын тейҙергән. Поликлиника пациенттарының ҙур өлөшөн тағы ла 14 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итә — 67,3%. Дөйөм алғанда ауырыусылар иҫәбе бер аҙнала 36,6 процентҡа артҡан.

Эпидемиологтар мәғлүмәттәре буйынса, әле халыҡтың киҫкен вируслы инфекция менән ауырыуы эпидемик сиктән 48,9 процентҡа түбән. Башҡортостанда гриптың миҙгелле вирустары асыҡланмаған.

Республикала грипҡа ҡаршы прививка компанияһы тамамланды, бөтәһе 966,3 мең кеше, икенсе төрлө әйткәндә республика халҡының 23,8 проценты, шул иҫәптән федераль поставкалар буйынса 800 мең кеше прививка эшләткән.