9 декабрь, Йома

25 ғинуар 2012 йыл, 11:37

Рөстәм Хәмитов «ОБОРОНПРОМ» корпорацияһының генераль директоры Андрей Реус менән осрашты

автор: Әлим Фәизов | фото: Олег Яровиков

24 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ОБОРОНПРОМ» берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Реус менән осрашты.

Осрашыу барышында корпорацияның республика территорияһында эшләгән предприятиеларын, атап әйткәндә, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» менән «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрен үҫтереү динамикаһы һәм мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы, уларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау мәсьәләләре ҡаралды, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Машиналар эшләү тармағын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Президенты Указы менән Андрей Реус Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, 2011 йыл «ОБОРОНПРОМ» берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһы менән эшләү өлкәһендә республика өсөн уңышлы булған.

— Акционерҙар йәмғиәтенең республики территорияһында урынлашҡан предприятиелары производство күрһәткестәренең үҫеүе, етештерелгән продукция күләменең артыуы планында бик һәйбәт динамика күрһәтә, — тине Президент. — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» эшмәкәрлегенән тулыһынса ҡәнәғәтбеҙ. Яҡшы коллектив, яҡшы һөҙөмтәләр. Күмертау предприятиеһы тураһында ла шуны уҡ әйтә алабыҙ. Унда ла эштәр һәйбәт бара, бөтә күрһәткестәр буйынса етештереү күләмдәренең артыуы күҙәтелә. Ҡунаҡтар менән дә, ҡунаҡтарҙан тыш та был предприятиеларҙа бик йыш булам. Ундағы эштәр тураһында хәбәрҙармын. «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры, Александр Викторович Артюхов менән даими бәйләнештәбеҙ. Был предприятиеларҙа эштәр тағы ла яҡшыраҡ барасаҡ, тигән тәрән ышаныс бар.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республика Хөкүмәте был предприятиеларға бөтә яҡлап ярҙам итә һәм итәсәк.

— Мөмкинлектәребеҙ, бәлки, артыҡ ҙур түгелдер, әммә социаль мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән торлаҡ төҙөлөшөнә, льготалар менән тәьмин итеүгә бәйле һорауҙарҙы хәл итергә тырышасаҡбыҙ. Беҙ был предприятиеларҙы инновацион эштәребеҙгә, өр-яңы технологиялар булдырыу сиктәрендә республика биләмәһендә тормошҡа ашырыласаҡ программаларға йәлеп итәбеҙ, — тип билдәләне төбәк башлығы. Ул Башҡортостан предприятиеларын иғтибарһыҙ ҡалдырмағаны өсөн Андрей Реусҡа рәхмәтен еткерҙе. Һеҙҙең ярҙамдан тыш уларҙың бөгөнгө һөҙөмтәләре булмаҫ ине, тине Президент.

Осрашыуҙан һуң, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Андрей Реус, осрашыуҙа двигателдәр эшләү холдингындағы, атап әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү заводындағы, шулай уҡ вертолеттар эшләү өлкәһендә, атап әйткәндә, Күмертауҙағы мәсьәләләр һәм проблемалар тураһында, ошо предприятиеларҙа тормошҡа ашырыу планлаштырылған проекттар тураһында һүҙ барҙы, тине. Унда йәнә бәләкәй энергетикаға бәйле проект тураһында ла һөйләшеү булған. Андрей Реус әйтеүенсә, ул Рөстәм Хәмитовты быйыл июндә билдәләнәсәк «ОБОРОНПРОМ» корпорацияһының 10 йыллығына саҡырған. «ОБОРОНПРОМ» башлығы республиканың социаль мәсьәләләрҙә лә ярҙам күрһәтеүен билдәләне. Әле торлаҡ майҙандары сафҡа индерелә һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең бик күп хеҙмәткәрҙәре торлаҡлы буласаҡ, был «ОБОРОНПРОМ» өсөн үтә мөһим, сөнки яңынан-яңы проекттар тыуып ҡына тора.