11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2012 йыл, 11:13

Константин Толкачев Ҡырмыҫҡалы районының партия активы менән осрашты

автор: Людмила Терновая

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев 24 ғинуарҙа Ҡырмыҫҡалы районының партия активы менән осрашты, тип хәбәр итә партияның төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.

Декабрҙә үткән Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа Ҡырмыҫҡалы районы халҡы «Берҙәм Рәсәй» партияһы өсөн 95 проценттан ашыу тауыш биргән. Константин Толкачев бының өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Был Башҡортостан буйынса иң яҡшы күрһәткес, унан да бигерәк, Ҡырмыҫҡалы районы дөйөм ил буйынса ла лидерҙар иҫәбенә инде, — тине республика парламенты спикеры осрашыу барышында. – Республика Президенты һәм партияның төбәк сәйәси советы исеменән «Берҙәм Рәсәй»гә күрһәткән ышанысығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һайлау ауыр шарттарҙа үтте. Оппозиция беҙҙең граждандар тормошондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе күрмәй, ә улар асыҡ күренә: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф системалары реформалана, уртаса ғүмер оҙонлоғо, тыуым арта.

Осрашыу аҙағында Константин Толкачев, Ҡырмыҫҡалы районы халҡы 4 мартта үтәсәк һайлауҙарҙа ла юғары әүҙемлек күрһәтер, тигән ышанысын белдерҙе. Ул партияның ҡайһы бер ағзаларына һәм бүлектәренә рәхмәт хаттарын тапшырҙы.  

темалар: һайлауҙар