9 декабрь, Йома

25 ғинуар 2012 йыл, 10:45

Рәсәй Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһен Александр Артюхов етәкләне

автор: Любовь Колоколова

«Рәсәй Машина эшләүселәр союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе итеп «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Александр Артюхов һайланды. Элекке рәйес «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Порошин был вазифанан үҙ теләге менән бушатылды.

Яңы рәйес көн элгәре Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә үткән Рәсәй Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Төбәк советының киңәйтелгән ултырышында һайланды. Сарала «Рәсәй Машина эшләүселәр союзы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Үҙәк советы бюроһы ағзаһы, «Оборонпром» берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Реус та ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр предприятиеның корпоратив коммуникациялар идаралығынан.