8 декабрь, Кесе йома

25 ғинуар 2012 йыл, 10:24

Оборонпром башлығы Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең яңы махсус участкалары менән танышты [видео]

автор: Любовь Колоколова | фото: Мирон Доровских

Өфөгә эш визиты менән килгән «Оборонпром» корпорацияһының генераль директоры Андрей Реус 24 ғинуарҙа «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Ул МС-21 граждандар самолеты өсөн ПД-14 двигателе деталдәрен һәм быуындарын етештереүҙә махсуслашҡан яңы участкалар менән танышты.  

Андрей Реустың әйтеүенсә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Рәсәй фронт авиацияһы өсөн двигателдәр эшләү дивизионының баш предприятиеһы иҫәпләнә. Ә ПД-14 двигателе өсөн деталдәр һәм быуындар етештереү граждандар самолеттары серияһының өҫтөнлөклө проекттары иҫәбенә инә.

— Өфө ПД-14 двигателен етештереү буйынса төп эштәрҙе башҡара. Беҙ әле ошо двигателгә бәйле эштәр өсөн тәғәйенләнгән участкаларҙан үттек. Был — холдингылағы беренсе һанлы проект, ул күп осраҡта фронт авиацияһы өсөн двигателдәр эшләү мөмкинлеген дә билдәләй, — тине сәнәғәт холдингы башлығы. – Бөтә мәсьәләләр комплексы ла иғтибарҙы талап итә. Шуға күрә беҙ холдинг составына ингән предприятиелар буйлап йөрөп сығыуҙан башланыҡ.

Андрей Реус коллегалары оҙатыуында былтыр август айында сафҡа индерелгән яңы ҡоролманың — флуоресцентлы пенетрант контроль линияһының эше менән танышты. Канаданың «Пратт энд Уитни» компанияһы менән килешеү буйынса Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән граждандар самолеттарының PW-300 двигателе өсөн етештерелгән продукцияһы тап ошо технология буйынса тикшерелә. МС-21 граждандар самолеты өсөн перспективалы ПД-21 двигателенең деталдәре лә флуоресцентлы пенетрант контроль үтәсәк.

Контроллек итеүҙең яңы алымдары бюроһы начальнигы Игорь Кривалевтың аңлатыуынса, «деталдәр махсус ҡулайламаға тағыла һәм таҙартыу өсөн дистанцион пульт ярҙамында һелтеле камераға батырыла. Деталдәрҙә күҙгә күренмәгән дефекттар булған хәлдә лә, уларҙың эсенә тулған микроскопик бысраҡ йыуылып сығасаҡ. Артабан икенсе камерала һыу менән йыуыу операцияһы башҡарыла, бынан һуң улар киптерелә. Иң аҙаҡтан деталдәр ультрафиолет яҡтылыҡ ярҙамында тикшерелә, уның нурҙары аҫтында дефект йәшел төҫ ала.  Был чех производствоһы линияһы юғары һөҙөмтәле эшмәкәрлек коэффициентына эйә һәм деталдәрҙе эшкәртеүҙә юғары сифатҡа өлгәшеү мөмкинлеге бирә».

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештерелгән бөтә төр авиадвигателдәр өсөн роторҙар, турбиналар һәм компрессорҙар йыйыу участкаһында ҡунаҡтарға яңы технологиялар ҡулланып изделиелар етештереү һәм йыйыуҙың тулы производство циклын күрһәттеләр.

Завод буйлап экскурсиянан һуң Андрей Реус Рәсәй Машиналар эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Төбәк советының ултырышында ҡатнашты.