7 декабрь, Шаршамбы

25 ғинуар 2012 йыл, 9:44

Өфө ҙур сауҙа үҙәктәрен төҙөүҙән баш тартасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө артабан ҙур сауҙа үҙәктәрен төҙөүҙән баш тартасаҡ. Бындай фекерҙе ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеп ишеттерҙе.

Уның билдәләүенсә, 2012 йылда Өфөлә ҙур сауҙа үҙәктәренән «Июнь» генә асыласаҡ. Шулай уҡ бер йыл элек янған «Европа»ны тергеҙеү планлаштырыла. Артабан урындағы власть бындай ҙур сауҙа объекттарын Затон һәм Шакша биҫтәләрендә генә төҙөмәксе. Ҡаланың башҡа ерҙәрендә, Ирек Ялалов фекеренсә, бындай үҙәктәр төҙөүҙең кәрәге юҡ.

—Кешеләр йорттары эргәһенән генә киң ассортиментлы магазиндарҙан сифатлы тауарҙар, продукттар һатып ала алһын өсөн, беҙ, моғайын, магазиндар төҙөүгә күберәк иғтибар йүнәлтербеҙ, — тине ҡала башлығы.