4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2012 йыл, 9:15

Башҡортостанда Татьяна көнөн 220 меңгә яҡын студент билдәләйәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Шаршамбы, 25 ғинуарҙа, студенттар Татьяна көнөн билдәләйәсәк. Төбәктең юғары уҡыу йорттары Студенттар көнөнә ҡарата төрлө саралар үткәрәсәк. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында был көн йәнә бер байрам менән тура килә. БДПУ-ның матбуғат хеҙмәтенән асыҡлауҙарынса, 9 ғинуарҙа вуз үҙенең 45 йыллығын билдәләгән. Был көн ҡасандыр педагогия университетын тамамлаусылар һәм бөгөнгө студенттар өсөн мөһим сараға әүерелгән. БДПУ етәкселеге был ике байрамды берләштереп, ҙур байрам программаһын ойошторорға ҡарар иткән. Уның сиктәрендә театрлаштырылған тамашалар, студент йолаларын үтәү, флешмоб, музыкаль уйындар һәм бал эсемлектәренән ауыҙ итеү планлаштырыла.

Концерт программалары башҡа уҡыу йорттарында ла үтәсәк.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөгөнгө көндә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында 220 меңгә яҡын студент белем ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй студенттары көнө ҡышҡы сессия тамамланыу айҡанлы билдәләнә.