11 декабрь, Йәкшәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 18:00

Рөстәм Хәмитов «Спортивное вещание» ойошмаһы етәксеһе Василий Кикнадзе менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

24 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Спортивное вещание» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Василий Кикнадзе менән осрашты. Төбәк башлығы телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе менән республикала телетапшырыуҙың цифрлы форматҡа күсеү һәм Башҡортостан ҡабул итәсәк ҙур халыҡ-ара ярыштарҙы телевидение аша күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов ағымдағы йылдың 26 декабрендә Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты башланасағын иҫкә төшөрҙө.

— Был ҙур, яуаплы ярыш. Уны донъяның күп илдәренә телевидение аша күрһәтергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Бынан тыш 2013 йылдың февраль аҙағында Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары үткәреләсәк.

— Был Уйындар Олимпия уйындары комитеты ҡарамағында. Яңыраҡ Австрияла үҫмерҙәр араһында ҡышҡы уйындар тамамланды, ә был балалар ярыштары, йәғни 8 спорт төрө буйынса 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, донъяның 20-25 иленән 800-гә яҡын ҡатнашыусы буласаҡ. Шулай уҡ яҡынса 200 спортсы Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Быны ла күрһәтергә кәрәк, һәм беҙ һеҙҙән ярҙам һорарға теләр инек, — тип ҡунаҡҡа мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов.

Президент шулай уҡ Өфөнөң Бөтә донъя Уйындарын үткәреүгә дәғүә итәсәген хәбәр итте. «Был Олимпия уйындарының аналогы, тик Олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса. Йәмғеһе 35 бындай спорт төрө бар», тине төбәк башлығы.

— Алыҫ киләсәккә өҫтөнлөктәр билдәләргә, быларҙың барыһы ла нисек үтәсәге хаҡында алдан уҡ уйларға теләр инек, ваҡыт тиҙ үтә. Һигеҙ меңгә яҡын ҡатнашыусы, 30-35 спорт төрө көтөлә, был ҡышҡы Олимпия уйындарына ҡарағанда ҙурыраҡ, йәйге Олимпиада менән сағыштырмаса – бәләкәйерәк. Быйыл беҙҙә биатлон буйынса йәйге донъя чемпионаты үтәсәк, бында ла шулай уҡ «һүрәт» кәрәк, телевидение, киң коммуникациялар йәһәтенән был өлкәлә профессиональ эшләү зарур. Шуға күрә тәҡдимебеҙ ябай – һеҙҙең менән бергә эшләү, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек форматына сығыу, — тип билдәләне республика башлығы.

Василий Кикнадзе Рөстәм Хәмитовҡа был тәҡдим өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Беҙҙе Сочиҙағы Олимпия уйындарының милли сигналын булдырыу өсөн ойошторҙолар. Йыш ҡына телевизор аша комментаторҙарыбыҙҙың зарланыуын ишетергә тура килә: мәҫәлән, беҙҙең спортсылар әлеге ваҡытта үтә мөһим позицияла булһа, миҫал итеп биатлон ваҡытындағы атыуҙы алайыҡ, беҙҙең режиссерҙар бригадаһы беҙгә башҡа ил спортсыларын күрһәтә, — тине «Спортивное вещание» етәксеһе.

— Сочиҙа беҙҙең бурыс – бындай хәлде булдырмау. Йәғни был ҙур комплекс теләгән ваҡытта теләгән спортсыны күрһәтә алыу өсөн булдырылды. Берәүҙән дә ярҙам һорарға кәрәкмәй, барыһын да үҙебеҙ башҡарасаҡбыҙ, — тине Василий Кикнадзе.