6 декабрь, Шишәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 16:35

Башҡортостанда яңы өлгөләге 8000 һунарсы билеты бирелгән

автор: Галина Бахшиева

Берҙәм федераль өлгөләге яңы һунарсы билеттарына күсеү һунарсылар өсөн 2011 йылдағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе булғандыр, моғайын. Бөгөн БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралығында үткән йомғаҡлау кәңәшмәһендә хәбәр итеүҙәренсә, был маҡсатҡа республика бюджетынан ике миллион һум аҡса бүленгән.

— Әлеге ваҡытта республиканың Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралығы менән берҙәм федераль өлгөләге һигеҙ мең һунарсы билеты бирелгән. Һунарсылар тураһындағы мәғлүмәт дәүләт һунарсылыҡ хужалығы реестрына индерелгән, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билеты — мөҙҙәте сикләнмәгән һәм бөтә ил биләмәләрендә ҡулланырға мөмкин булған документ.  Билеттарҙы алмаштырыу һәм яңыһын алыу процесында һунарсылар тураһындағы мәғлүмәт берҙәм дәүләт һунарсылыҡ хужалығы реестрына индерелә. Был төбәктәге һунарсыларҙың аныҡ иҫәбен алырға мөмкинлек бирәсәк. Һунарсы билеттарын алмаштырыу һәм яңыларын биреү бушлай башҡарыла. Иҫке һунарсы билеттары 2012 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.