8 декабрь, Кесе йома

24 ғинуар 2012 йыл, 16:05

Башҡортостан вәкилдәре хеҙмәттәштәре менән тау саңғыһы-туристик комплекстарын файҙаланыу мәсьәләләрен тикшерҙе

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты А.Н.Ковалев исемендәге «Тау саңғыһы-туристик комплекстарын файҙаланыу мәсьәләләре» халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашты. Сара «Алтын үҙән» тау саңғыһы комплексы (Ленинград өлкәһенең Коробицыно ҡасабаһы) биләмәһендә үтте.

Конференцияла алты илдән (Рәсәй, Австрия, Германия, Польша, АҠШ, Франция) 60-тан ашыу кеше ҡатнашты – тау саңғыһы комплекстары етәкселәре һәм хужалары, ҡорамалдар етештереү, һатыу буйынса предприятиелар белгестәре, туризм өлкәһендәге башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре.

Сарала тау саңғыһы-туристик комплекстарын техник яҡтан тәьмин итеү, йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу, балалар программаларын, шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил компанияларының эш тәжрибәһенә нигеҙләнгән объекттарҙы үҫтереү темаларына докладтар булды.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусыларға «Кластер ысулы нигеҙендә тау саңғыһы-туристик комплексын булдырыу һәм үҫтереү» презентацияһын тәҡдим итте, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Конференция сиктәрендә бер нисә предприятие һәм коммерцияға ҡарамаған ойошманың рәсми вәкилдәре менән Өфөлә «Туризм өлкәһендәге инновацион технологиялар» темаһына берлектә конференция, шулай уҡ «Ҡышҡы спорт төрҙәре, әүҙем ял һәм туризм буйынса халыҡ-ара берләштерелгән конгресс» үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.