Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнә арналған концерт үткәрелә

Йәмғиәт

4 февралдә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнә арналған «Мәүлит ән-Нәби» концерты үтәсәк. Уның инициаторы булып йыл һайын Өфө ҡалаһының «Ихлас» мәсете сығыш яһай. Ойоштороусылары – БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты.  

«Ихлас» мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләмовтың хәбәр итеүенсә, концертта  «Райян» дуэты (Ҡазан) һәм «Илаһиләр» төркөмө (Өфө) ҡатнашасаҡ. Ике коллектив та дини йөкмәткеле йырҙар башҡарыуы менән билдәле. Бынан тыш, тантанаға Башҡортостандың дәүләт власы органдары вәкилдәре, дини эшмәкәрҙәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм теләге булғандарҙың барыһы ла саҡырылған.

Башлана – 18 сәғәттә.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть