8 декабрь, Кесе йома

24 ғинуар 2012 йыл, 14:37

Константин Толкачев: «Һәр халыҡтың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау дәүләт һәм йәмғиәт бурысы булып тора»

автор: Людмила Терновая

— Владимир Путин үҙенең мәҡәләһендә милли мәсьәләне фундаменталь тип атап, уның әһәмиәтен дөрөҫ билдәләне, — тип комментарий бирҙе республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев «Независимая газета» баҫмаһында донъя күргән «Владимир Путин. Рәсәй: милли мәсьәлә» мәҡәләһенә. – Башҡортостан күп милләтлелек коэффициенты буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора, бында төрлө конфессияларға һәм социаль төркөмдәргә ҡараған 130-ҙан ашыу милләт йәшәй.

Төбәктәге милли күп төрлөлөк баһалап бөткөһөҙ хазина булып ҡабул ителә.

— Бындай ҡараш республикала дәүләт милли сәйәсәте нигеҙе булып тора һәм төп закондар сығарыу акттарын ҡабул иткәндә иҫәпкә алына, — тип иҫәпләй Константин Толкачев. – Төбәктә республика халҡтарының үҙ телдәрен һәм мәҙәниәтен ирекле үҫтереүгә конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу механизмдарын булдырған закондар һәм норматив хоҡуҡи акттар етерлек. Дәүләт телдәре, мәҙәниәт, мәғариф, милли-мәҙәни берләшмәләр, музейҙар, ижади союздар, китапханалар эшмәкәрлеге тураһындағы республика закондары улар иҫәбендә.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе фекеренсә, Башҡортостандың халыҡ мәғарифында дөйөм Рәсәй кимәлендәге ҙур ҡаҙаныштар бар. Республика мәктәптәрендә 14 туған тел өйрәнелә. Юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында ҡайһы бер этностар өсөн туған тел уҡытыусылары әҙерләнә. Халыҡтар мәҙәниәтен үҫтереүҙә лә уңыштар етерлек.

— Башҡортостан бөгөнгө демократик Рәсәйҙә терәк булыусы төбәктәрҙең береһе булып ҡала, шул иҫәптән федератив дәүләт булдырыу процестарында ла ул таяныс булып тора, — тип билдәләне Константин Толкачев. – Бында дөйөм дәүләт һәм төбәк мәнфәғәттәрен яраштарыуға, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһөн күрһәтеүгә һәм, һөҙөмтә булараҡ, сәйәси тотороҡлоҡҡа һәм иҡтисади үҫешкә өлгәшелде. Республикала милли мәҙәниәттәрҙе һәм күп халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙә тейешле алтын урталыҡ табылды.

Уның һүҙҙәренсә, һәр халыҡтың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау дәүләттең һәм йәмғиәттең мөһим бурысы булып тора.

— Башҡортостан үҙенең уникаль ҡаҙанышын – халыҡтар берлеген, уларҙың быуаттар дауамында һаҡланып килгән дуҫлығын һәм татыулығын даими рәүештә үҫтерә, — тине республика парламенты спикеры. – Уны һаҡлап ҡалыу – дәүләттең һәм йәмғиәттең мөһим бурысы.

— Ысын федерализмдың төп асылы – ул, тәү сиратта, үҙәк власть менән төбәктәр, һүп һанлы һәм аҙ һанлы халыҡтар, шулай уҡ төбәктәр менән республикалар араһындағы компромистар мәҙәниәте. Был, халыҡтарҙың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, дәүләтте горизонталь ғына түгел, вериткаль йәһәттән дә төҙөү. Әлеге хеҙмәттәшлектә гармонияға ирешелһә, һөҙөмтәлә дәүләт һәр яҡлап та нығытыласаҡ, — тип иҫәпләй Константин Толкачев.