3 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 14:28

Күмертауҙа ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү тамамланды

автор: Людмила Терновая

Күмертауҙа урындағы үҙидараның һайлаулы органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге төҙөлдө. Ҡаланың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сергей Дземаның «Башинформ»агентлығына хәбәр итеүенсә, бер мандатлы һайлау округтары буйынса 49 кандидат теркәлгән, шуларҙың 17-һе — үҙен үҙе күрһәтеүселәр, ҡалғандары — сәйәси партиялар вәкилдәре. Берҙәм һайлау округы буйынса «Берҙәм Рәсәй», «Ғәҙел Рәсәй» һәм Рәсәйҙең либераль-демократик партияһынан 30 кандидат теркәлгән. Бер кандидат, ҡала хакимиәте башлығы, көн элгәре үҙенең кандидатураһын алған. Ике кандидат теркәүгә үткәрелмәгән.

Сергей Дзема һүҙҙәренсә, 4 мартта үтәсәк һайлауҙарға ҡалала 27 участка һайлау комиссияһын ойоштороу планлаштырыла, үткән һайлау кампанияһына ҡарағанда был берәүгә кәм. Марттағы һайлауҙарҙа Үҙәк район дауаханаһында һайлау участкаһы булмаясаҡ. Үткән аҙнала Рәсәй Президенты һайлауҙарында икенсе урындан тороп ҡатнашыу өсөн теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары бирелә башланы. Күмертау ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы бөгөнгө көндә ошондай биш таныҡлыҡ биргән.  

темалар: һайлау