4 декабрь, Йәкшәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 13:58

«Халыҡ-ара балалар уйындары» хәҙер «Бәйләнештә» социаль селтәрендә лә бар

автор: Дмитрий Слезин

Халыҡ-ара балалар уйындары йәштәр араһында киң популярлыҡ алған «Бәйләнештә» («ВКонтакте») социаль селтәрендә үҙ төркөмөн булдырҙы.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төркөм социаль селтәрҙәге аудиторияға 2013 йылғы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын әҙерләү һәм үткәреүҙең төп этаптары тураһында мәғлүмәт биреү, шулай уҡ ҡулланыусыларҙың аралашыуы өсөн төҙөлгән.

Әлеге ваҡытта төркөмдә Халыҡ-ара балалар уйындары тураһында мәғлүмәт бирелгән, яңылыҡтар теҙмәһе яңыртыла, фотоальбомдар ҡуйылған. Артабан ул аудио- һәм видеоконтент менән тулыландырыласаҡ.