3 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 13:26

Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү планы әҙерләнә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың урман хужалыҡтарында 2012 йылға урман янғындарын һүндереү буйынса план әҙерләнә. Республиканың урман фонды биләмәләрендәге янғындарҙы һүндереү буйынса йыйылма план урмандарҙы һаҡлауҙы ойоштороу системаһындағы төп документ иҫәпләнә һәм 2012 йылдағы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек эштәрендәге төп этаптарҙың береһе булып тора.

— План урман янғындарын иҫкәртеүгә, уларҙың таралыуын сикләүгә, янғын хәүефһеҙлеген кәметеүгә, урмандарҙың янғындарға ҡаршы тороу мөмкинлеген арттырыуға, шулай уҡ янғын сығанаҡтарын ваҡытында табыу һәм һүндереүгә йүнәлтелгән саралар комплексын үҙ эсенә ала, — тип хәбәр итте БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, урман фонды территорияһында урман янғындарын һүндереү планы Башҡортостанда йыл һайын төҙөлә. Тәүҙә республикалағы урман хужалыҡтарының янғын һүндереү буйынса территориаль пландары әҙерләнә. Янғындарҙы һүндереүҙә файҙаланыласаҡ көстәр һәм средстволар билдәләнә. Ут сығыуы тураһында хәбәр итеү, ут һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙы мобилизациялау һәм уларҙың эшмәкәрлегенең схемалары эшләнә. Артабан территориаль пландар БР Урман хужалығы министрлығында тикшерелә һәм ошонан һуң ғына уларҙың нигеҙендә төбәк, йәғни республикала урман янғындарын һүндереү буйынса йыйылма план төҙөлә. Тап ошо план артабан Федераль урман хужалығы агентлығына ҡарауға һәм раҫлауға ебәрелә.

2012 йылғы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә министрлыҡ һәм урман хужалыҡтары белгестәре менән хоҡуҡ һаҡлау һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре, шулай уҡ урманға яҡын ауылдарҙа йәшәгән халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелә.

Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү буйынса йыйылма план Федераль урман хужалығы агентлығына ҡарауға февралдә үк тәҡдим ителәсәк.