5 декабрь, Дүшәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 12:08

Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары – 2012» конкурсында еңеүселәр билдәләнде

автор: Эльмира Сабирова

Бөрөлә XVIII «Керәшен һыуыҡтары-2012» асыҡ эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы финалистарҙың ҙур гала-концерты менән тамамланды. Йола буйынса уны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөрө районы хакимиәте сығыш яһаны.

Мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова һүҙҙәренсә, фестиваль матур йолаға ғына түгел, Бөрөнөң, шулай уҡ бөтә республиканың визит карточкаһына ла әүерелде. 18 йыл эсендә «Керәшен һыуыҡтары»нда 4,5 меңдән ашыу йәш йырсы, бейеүсе, музыкант ҡатнашҡан. Уларҙың күптәре өсөн тап ошо сәхнә артабанғы ижади үрҙәре өсөн старт булған.  

2012 йылда республиканың барлыҡ райондарынан һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән 300-ҙән ашыу кеше конкурста үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Һөҙөмтәләр буйынса «Эстрада йырын башҡарыу» (соло, ансамбль) номинацияһында Учалы районынан Илдар Усманов Гран-при яуланы.

«Эстрада бейеүе» (ансамбль) номинацияһында Гран-при берәүгә лә бирелмәне. Ике коллектив беренсе дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булды. Улар — «Комментарийһыҙ» («Без комментариев») ирекле балеты (Октябрьский ҡалаһы) һәм «Ҡояшҡай» («Солнышко») өлгөлө хореография ансамбле (Благовещен ҡалаһы).

«Музыкаль коллективтар» (төркөмдәр) номинацияһында Өфөнөң «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө иң яҡшыһы тип табылды.

темалар: фестивалдәр