6 декабрь, Шишәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 11:49

25 ғинуарҙа Өфөлә ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында ҡатнашыусылар өсөн бушлай семинар ойошторола

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары уйынсылары 25 ғинуарҙа Өфөлә үтәсәк махсус семинарға саҡырыла. «Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, «Йәштәрҙең финанс операцияларҙы өйрәнеү үҙәге» менән «Башҡортостан пионерҙары» йәмәғәт ойошмаларының берлектәге проекты булған был сараны Йәштәр финанс үҙәге үткәрә. Уның маҡсаты — « Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында системалы сауҙа» белем биреү проектының эш төркөмөн ойоштороу.

Семинар бушлай, ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарындағы сауҙа итеү системаһын өйрәнеүгә һәм әҙерләүгә ҙур теләк булыуы, программалау нигеҙҙәрен белеү һәм финанс идарасы тәжрибәһен алырға теләү ҡатнашыусылар өсөн төп талап итеп ҡуйылған.

Осрашыу Комсомол урамы, 21 адресы буйынса 17.00-гә билдәләнгән. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 292-44-67, 277-63-32.