Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Ветеран исемен алыу өсөн социаль яҡлау органдарына 37677 кеше мөрәжәғәт иткән

Иҡтисад

«Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» исемен алыу өсөн республикалағы социаль яҡлау органдарына документтар менән 37677 кеше мөрәжәғәт иткән. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 20 ғинуарға ҡарата шундай мәғлүмәт бирә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 1 ғинуарынан «Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» исемен биреү өлөшөндә «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законының көсөнә инеүенә бәйле БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был мәсьәлә буйынса килеп тыуған хәлдәргә мониторинг алып бара.

Иң күп мөрәжәғәттәр Өфөнөң Калинин, Октябрь, Совет райондарында, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында күҙәтелә, тип хәбәр итә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть