5 декабрь, Дүшәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 11:32

Башҡорт боксеры Хәбир Сөләймәнов Мексикала сираттағы еңеү яуланы

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуып үҫкән йәш башҡорт боксеры Хәбир Сөләймәнов Энсенада ҡалаһында (Мексика) сираттағы рейтинг көрәшендә ҡатнашып, урындағы спортсы Роберто Лопесты еңде. Шоу промоутерҙары булып элек билдәле булған боксерҙар Эрик Моралес (Мексика) һәм Оскар Де Ла Хойя (АҠШ) сығыш яһаны.

Хәбир Сөләймәнов һүҙҙәренсә, көрәшкә әҙерләнеүе бик ауыр булған, сөнки бәйге алдынан ғына ул Голливудта үҙенең рэп уҡыусы дуҫы ABK (Anybody Killa) концертында ҡатнашып, ныҡ һыуыҡ тейҙергән.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, Мексика халҡына башҡорт боксерының агрессив стиле оҡшаған.

Киләһе көрәштәрен Хәбир Сөләймәнов февраль һәм март айҙарында йәнә Мексикала үткәрәсәк.