10 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 10:06

Әлшәй районында директор уҡыусыһын туҡмаған

автор: Ольга Мортазина

Торонтайыш урта мәктәбенең 52 йәшлек директорына ҡарата «Көс ҡулланыу менән бергә вәкәләттәрҙе саманан тыш файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылды, тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһында. Тикшереүҙе Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре алып бара, улар инцидент сәбәптәрен асыҡлай.

Тәфтишселәр версияһы буйынса, мәктәп директоры һәм бер үк ваҡытта урындағы ауыл советы депутаты насар өлгәшеүе өсөн өсөнсө класс уҡыусыһының битенә йоҙроғо менән тондорған. Уҡыусы ҡолаған һәм иҙәнгә башын бәргән. Директор бынан һуң уның биленә типкән. Табиптар баланың туҡмалыуын сәләмәтлеккә еңелсә зыян килтереү тип баһалаған.    

Мәктәп етәксеһенә ҡарата ҡулланылған статьяның санкцияһы өс йылдан алып ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе һәм өс йылға тиклем юғары вазифалар биләүҙе тыйыуҙы күҙаллай.