Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Тикшеренеүсе педагог» һәм «Оҫта уҡытыусы» республика конкурстары еңеүселәре билдәләнде

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты «Тикшеренеүсе педагог» һәм «Оҫта уҡытыусы» һөнәри оҫталыҡ конкурстарына йомғаҡ яһаны. Ике тур һөҙөмтәләре буйынса 28 кеш еңеүсе тип табылды. Улар иҫәбендә Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Күмертау, Мәләүез, Межгорье, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан, шулай уҡ Әлшәй, Бәләбәй, Благовар, Борай, Ғафури, Иглин, Илеш, Кушнаренко, Нуриман, Хәйбулла райондарынан уҡытыусылар бар.

Төбәктең Мәғарифты үҫтереү институтынан асыҡлауҙарынса, быйыл конкурс киң географияһы менән генә түгел, етди предметтарҙы йәлеп итеүе менән дә айырылып торҙо: сарала башланғыс кластар, рус, башҡорт, инглиз, немец һәм татар телдәре, математика һәм физика, информатика, химия, тарих, һынлы сәнғәт, музыка һәм технология уҡытыусылары, балалар баҡсаһы логопеды һәм гимназия директоры ҡатнашты.

— Бындай бәйгеләр педагогтар өсөн мөһим һәм файҙалы, — тип иҫәпләй ойоштороусылар. – Конкурстарҙа ҡатнашып, уҡытыусы үҙенең, хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен анализлай һәм дөйөмләштерә, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен ҡуллана, уҡытыу мөмкинлектәрен, технологияһын өйрәнә, авторлыҡ программаларын һәм уҡытыу-методик комплекстар әҙерләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть