10 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2012 йыл, 9:54

Өфөгә «Спортивное вещание» ойошмаһы етәксеһе Василий Кикнадзе килде

автор: Сергей Захаров

23 ғинуарҙа Өфөгә эш сәфәре менән «Спортивное вещание» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Василий Кикнадзе килде.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе менән осрашыуҙа ул Президент Дмитрий Медведевтың 2009 йылдың 24 июнендәге 715-се «Дөйөм Рәсәй мотлаҡ дөйөм ҡулланылыштағы телеканалдары һәм радиоканалдары тураһында»ғы Указына ярашлы төбәктә телевизион тапшырыуҙың цифрлы форматҡа күсеүенә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

2013 йылда республикала Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты етәкселеге спорт ярыштарын телевидение аша тапшырыуҙы техник яҡтан тәьмин итеү бурысын «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына йөкмәтте. Ошоға бәйле компанияны техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуҙың комплекслы планы әҙерләнде.