6 декабрь, Шишәмбе

23 ғинуар 2012 йыл, 17:31

«Бельские просторы» журналы мәктәп уҡыусыларын конкурсҡа саҡыра

автор: Любовь Колоколова

«Бельские просторы» әҙәби-нәфис журналы 7-17 йәштәрҙәге мәктәп уҡыусыларын «Шәп тормошом» конкурсында ҡатнашырға саҡыра.

Бәйгегә тыуған яҡ, тәбиғәт, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йорт хайуандары тураһындағы шиғри һәм проза әҫәрҙәре ҡабул ителә.

Һәр ҡатнашыусы 10 биттән дә артыҡ булмаған күләмдә иң күбе биш әҫәр («Шиғриәт», «Проза», «Публицистика» номинацияларында) тәҡдим итә ала. Конкурсҡа бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәр ҡабул ителә.

— Конкурс икенсегә үткәрелә, — тине «Башинформ» агентлығына «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин. – Йәш авторҙарҙың ижады беҙҙең өсөн айырыуса ҡыҙыҡ.

Эштәр бәйгегә 5 марттан да ҡалмай ебәрелергә тейеш. Һәр номинацияла еңеүсе ҡиммәтле бүләк һәм диплом аласаҡ.

Өҫтәмә мәғлүмәтте (347) 292-77-61, 223-91-69 телефондары аша алырға була.