7 декабрь, Шаршамбы

23 ғинуар 2012 йыл, 17:22

Төбәктә иң яҡшы йорттар һайланасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда иң яҡшы торлаҡ комплекстарын һәм айырым биналарҙы билдәләү маҡсатында йыл һайын үткәрелеүсе смотр-конкурс иғлан ителде. Сарала торлаҡ һәм граждандар төҙөлөшө өлкәһендә өлгө булырлыҡ объекттар ҡатнаша. Сараны Башҡортостандың Архитекторҙар союзы ҡатнашлығында республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ойоштора.

Конкурс ете номинацияла үткәрелә. Улар иҫәбендә — «Иң яҡшы йәмәғәт бинаһы проекты», «Иң яҡшы торлаҡ йорто проекты», «Социаль торлаҡ һәм аҙ ҡатлы шәхси йорттар».

Һәр номинацияла иң яҡшыһы тип табылған эш «Алтын диплом» менән бүләкләнәсәк, ә иң яҡшы проект өсөн «Гәлсәр шар» призы биреләсәк.

Смотр-конкурсҡа материалдар 30 ғинуарға тиклем Башҡортостан Республикаһының Архитектор йортонда ҡабул ителә.