6 декабрь, Шишәмбе

23 ғинуар 2012 йыл, 16:56

Башҡортостанда халыҡтан иҫке компьютерҙарҙы ҡабул итеү пункты асылды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы республика халҡының бихисап һорауҙары буйынса утилләштереү өсөн төҙөк булмаған компьютерҙарҙы бушлай ҡабул итә башланы. Берҙән-бер шарт: һәр кеше бер килгәндә компьютер ҡорамалының бер комплектын ғына тапшыра ала.

— Иҫке компьютерын утилләштереүгә оҙатырға теләгән һәр кем хәҙер техникаһын беҙҙең төҙөк булмаған оргтехниканы ҡабул итеү пунктына тапшыра ала. Йыйылған бөтә техника артабан «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының махсус производство участкаларына оҙатыласаҡ. Бында компьютерҙарҙан эшкәртелгәндән һуң ҡабаттан файҙаланып буласаҡ ҡиммәтле компоненттары һүтеп алынасаҡ. Ошонан һуң ғына улар утилләштереләсәк, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына предприятиеның инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.

Халыҡтан иҫке оргтехника Өфө, Степан Кувыкин урамы, 102 адресы буйынса ҡабул ителә. Эш ваҡыты: сәғәт 9-ҙан 18-гә тиклем.