Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Хәйбулла районында балалар баҡсаһы төҙөлә башланы

Йәмғиәт

Хәйбулла районының Акъяр ауылында 240 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Әле подрядсы нигеҙ соҡорон ҡаҙырға әҙерлек эштәре алып бара, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Балалар баҡсаһы «Төньяҡ-көнсығыш» биҫтәһендә урынлашасаҡ. Төҙөлөш урыны юҡҡа бында һайланмаған: киләсәктә тап ошо биҫтә әүҙем үҫешәсәк. Раҫланған техник характеристикаларға ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы уңайлы, матур, йылы булырға оҡшаған: киң төркөмдәр, музыка һәм спорт залдары ҡаралған. Ярҙамсы һәм техник биналарҙы тейешле бар нәмә менән йыһазландырыу планлаштырыла. Балалар баҡсаһы төҙөлөшө республика бюджеты средстволары иҫәбенә алып барыла. Объекттың проект хаҡы – 180 млн һум. Төҙөлөш эштәрен ағымдағы йылдың декабрендә тамамлау планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть