8 декабрь, Кесе йома

23 ғинуар 2012 йыл, 15:49

Республикала интернет-педсовет асылды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты сайтында «Дөйөм белем биреү учреждениеһында уҡыусыларҙың белем алыу һәм дөйөм белем алыу оҫталыҡтарын формалаштырыу өсөн берҙәм мәғариф киңлеген булдырыу» темаһына төбәк-ара интернет-педсовет үҙ эшен башланы.

Унда ҡатнашыу өсөн республика ҡалалары һәм райондарынан 700-гә яҡын уҡытыусы теркәлгән. Әлеге интернет-кәңәшмә сиктәрендә 6 февралгә тиклем улар форумдарҙа сығыш яһаясаҡ, дискуссияларҙа ҡатнашасаҡ, белгестәргә һорауҙар бирәсәк.

Виртуаль педсовет һөҙөмтәләре буйынса рекомендациялар ҡабул ителәсәк.

темалар: мәғариф