5 декабрь, Дүшәмбе

23 ғинуар 2012 йыл, 15:15

Юлдаш навигация технологияларын индереүгә республикала 1,5 млрд һум самаһы сарыф ителәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Алдағы дүрт йылда Башҡортостанда ГЛОНАСС технологияларын индереүгә 1,5 миллиард һум тиерлек аҡса йүнәлтеләсәк. «Башинформ» агентлығының әүәлерәк хәбәр итеүенсә, республика Хөкүмәте менән 2012-2015 йылдарға «Башҡортостан Республикаһын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү маҡсатында ГЛОНАСС юлдаш навигация технологияларын ҡулланылышҡа индереү» айырым маҡсатлы программаһы раҫланды.  

— Программаны финанслау күләме 1,496 млрд һумдан ашасаҡ, шул иҫәптән республика бюджетынан 442,4 млн һум бүленәсәк, — тип билдәләнеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Ошо программа сиктәрендә пассажирҙар, йөк ташыу һәм ауыл хужалығы транспортының 80 проценттан да кәм булмаған өлөшө, шулай уҡ полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, «тиҙ ярҙам» кеүек ашығыс хеҙмәттәрҙең махсус транспорты ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырыласаҡ.

Төҙөлөш, геодезия, кадастр эштәрен башҡарыу өсөн төбәк территорияһының 80 проценты ГЛОНАСС база станциялары селтәрҙәре менән солғап алынасаҡ.