9 декабрь, Йома

23 ғинуар 2012 йыл, 14:44

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы йәш һайлаусылар өсөн викторина ойоштора

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы йәш һайлаусылар өсөн викторина үткәрә, ул төбәк баҫмалары ярҙамында уҙғарыласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр иттеләр.

Тәүге бындай викторина 2011 йылда Дума һайлауҙары алдынан үткәрелде һәм йәштәр араһында ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуға күрә бындай викторинаны икенсе тапҡыр үткәрергә ҡарар ителде. Был юлы ул Рәсәй Президентын һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлауға бағышланасаҡ.

Викторина үткәреүҙә республиканың өс баҫмаһы — «Йәшлек» «Молодежная газета», «Өмет» ҡатнашасаҡ. Йәш һайлаусылар өсөн өс блоктан торған һорауҙар тап ошо гәзиттәрҙә баҫтырыласаҡ.

Викторина йәш һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен арттырыуға, уларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһын нығытыуға, йәштәр иғтибарын һайлау хоҡуғының ҡайһы бер мәсьәләләренә йүнәлтеүгә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

темалар: һайлауҙар