7 декабрь, Шаршамбы

23 ғинуар 2012 йыл, 13:57

Гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына прокурор урынбаҫары яуап бирә

автор: Анжелика Ғиззәтуллина

Көндәлек тормошта тыуып торған һөр төрлө һорауҙарға «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында яуап табырға мөмкин: «ҡыҙыу линияға» шылтыратығыҙ һәм һеҙгә гәзит ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре консультациялары менән ярҙам итер.

Шишәмбе, 24 ғинуарҙа, тура бәйләнештә Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуроры урынбаҫары Лилиә Йосопова тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.

Хеҙмәт бушлай һәм уның менән мохтаж булғандарҙың барыһы ла ҡуллана ала.  Бының өсөн 15 сәғәттән 17-гә тиклем (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был даими рубрика, граждандар менән аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе үтә.  

«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәр һәр ваҡыт бик күп һорауҙарҙы үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында ҡабул ителгән һорауҙарға яуаптар «Версия Башкортостана» гәзитенең киләһе һандарында баҫылып сыға.

Шулай уҡ һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлаштырылған купонға яҙып ебәрә алаһығыҙ – яуап гәзиттең йәнә бер даими рубрикаһы — “Һеҙҙең хоҡуҡ” ("Ваше право") битендә баҫылып сығасаҡ.