3 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2012 йыл, 13:29

Германия Башҡортостандың «Баллы симфония»һын юғары баһаланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Берлинда «Йәшел аҙна-2012» күргәҙмәһендә үҙенең 150 төрҙән ашыу продукцияһын тәҡдим итте. Был башҡорт балы, төрлө дауалау-профилактика һәм аҙыҡ продукттары. Европа халҡы адсорбцияланған ҡоро һөттө, сәскә һеркәһе ҡушылған кеҫәлдәрҙе, «Башҡортостан» алкоголһеҙ сироп-бәлзәмен, «Һаулыҡ шишмәһе» прополислы газлы эсемлеген юғары баһаланы.

«Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһы ла киң популярлыҡ менән ҡуллана.

Күргәҙмә ҡунаҡтары өсөн республикала етештерелгән продукттарҙан ауыҙ итеү ҙә ойошторолған.

21-22 ғинуарҙа республиканың эшлекле даирәһе вәкилдәре төбәктең ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко етәкселегендә Германияның алдынғы хужалыҡтарында булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан исеменән күргәҙмәлә «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы һәм «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.