3 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2012 йыл, 13:26

Рунетта чиновниктарҙың ахмаҡлыҡтары тураһындағы сайт барлыҡҡа килде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Ошо арала бөтә донъя селтәренең Рәсәй сегментында властарҙың иң мәғәнәһеҙ закондарына һәм ғәҙәти булмаған ҡарарҙарына арналған сайт эшләй башланы. Есеме исеменән билдәле россиябездураков.рф интернет-порталы Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың тәҡдиме менән «Оло хөкүмәт» проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән.

Теләге булған һәр кем унда «ахмаҡлыҡтар» менән уртаҡлаша ала. Ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн сайтта төбәктәр һәм темалар («Транспорт һәм юлдар», «Торлаҡ һәм йәшәү мөхите» һәм башҡалар) буйынса классификациялау ҙа ҡаралған.

Ресурсты булдырыусыларҙың фекеренсә, портал көлөү һәм зарланыу өсөн түгел, ә Рәсәй йәмғиәтенең етди проблемаларын хәл итеү өсөн реаль ҡорал булараҡ ойошторолған. «Оло хөкүмәт уларҙы тамырынан юҡ итеүгә өлгәшәсәк, — тип вәғәҙә итә проект авторҙары. — Асыҡланған факттар һәм индерелгән тәҡдимдәр нигеҙендә уларҙы ғәмәлдән сығарыу йәки төҙәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк, кәрәк осраҡта тейешле һығымталар ҙа яһаласаҡ».

Эшләй башлағандан алып өс көн эсендә, 20-һенән 23 ғинуарға тиклем, сайтҡа һәр төрлө «йүләрлек» тураһында 500-гә яҡын мәғлүмәт  килгән. Әлеге ваҡытта иң күп хәбәрҙәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, транспорт өлкәләренә ҡағыла.  

темалар: интернет