10 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2012 йыл, 12:49

Мәләүез районында «Мәләүез илһөйәрҙәре» ижади эштәр конкурсы үткәрелә

автор: Сергей Захаров

Мәләүез районында мәктәптә һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алыусылар араһында «Мәләүез илһөйәрҙәре» ижади эштәр конкурсы старт алды. Ул 23 февралгә тиклем дауам итәсәк.

Рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, локаль ҡораллы конфликттарҙа һәм Чернобыль атом электростанцияһындағы һәләкәттең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар өлгөһөндә балаларҙа тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү конкурстың төп маҡсаты булып тора. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн эштәр 10 февралгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр киләһе биш номинацияла билдәләнәсәк: һүрәт, архив фотоһы, ҡул эштәре, шиғыр, проза әҫәре. Был хаҡта район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр иттеләр.

темалар: конкурстар