Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн бушлай консультациялар үткәрелә

Иҡтисад

Ғинуар-февралдә Өфө Эшҡыуарҙар союзының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дүрт индивидуаль бушлай консультация үтәсәк. Эшҡыуарҙарҙың мәғлүмәтлелеген һәм юридик грамоталылығын арттырыу маҡсатында улар ай һайын үткәрелә.

Шулай итеп, шишәмбе, 24 ғинуарҙа, «Һалым һалыуҙы ҡулайлаштырыу һәм бухгалтерлыҡ иҫәбен алып барыуға сығымдарҙы кәметеү» темаһына консультацияны «Бизнес-партнер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Диана Киселева үткәрәсәк.

31 ғинуарҙа «Фонд АЯКС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса урынбаҫары Ирек Ильясов бәләкәй һәм урта бизнесты алып барыуҙың юридик аспекттары тураһында бәйән итәсәк.

7 февралдә «Респект» хоҡуҡ компанияһының реклама бүлеге начальнигы Эдуард Шәрәфетдинов «Реклама. Өфөлә тауар һәм хеҙмәттәрҙе алға һөрөү» темаһына консультация бирергә тейеш.

16 февралдә «Бизнес Ярҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кадрҙар хеҙмәте белгесе Елена Әминева «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларында кадрҙарға бәйле документтар әйләнеше» темаһына консультация тәҡдим итә.

Консультациялар 16-18 сәғәттәрҙә үткәрелә. Алдан теркәлеү мотлаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 241-47-44.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть