4 декабрь, Йәкшәмбе

23 ғинуар 2012 йыл, 12:19

«ВКонтакте» социаль селтәрендә Рөстәм Хәмитов яҡлылар төркөмө булдырылды

автор: Дарья Святохина

«ВКонтакте» социаль селтәрендә яңы берләшмә — «Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов яҡлылар төркөмө» булдырылды. Уны ойоштороусылар булып «Ижтимағи электрон гәзит»тең йәмәғәт юрисы Гүзәл Иҫәнғолова һәм әүҙем блогер, «Ижтимағи электрон гәзит»тә баҫылған мәҡәләләр авторы Олег Гайсин сығыш яһаны.

— Билдәле булыуынса, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың эшмәкәрлеге халыҡтың киң ҡатламдарында яҡлау таба. Кешеләргә яңыраҡ булдырылған властың асыҡлығы һәм республикала үҫештең социаль өҫтөнлөктәренә иғтибар бүленеүе оҡшай. Йәштәрҙе сәйәси темаларға йәлеп итеү, Президент курсы яҡлыларҙы берләштереү төркөмдөң төп маҡсаты булып тора, — тип аңлатты Гүзәл Иҫәнғолова. – Шул уҡ ваҡытта беҙҙең берләшмә — фекер алышыу маҙансығы ла, унда ҡатнашыусылар иң киҫкен һәм көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләшә.

Гүзәлдең әйтеүе буйынса, төркөм бер нисә көн элек кенә булдырылыуға ҡарамаҫтан, унда төрлө партияларҙан вәкилдәр теркәлгән дә инде. Берләшмәлә төбәктә барған ваҡиғаларҙы конструктив тәнҡит аша үткәреү, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индереү хуплана. «Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов яҡлылар төркөмө» теләгән һәр кем өсөн асыҡ.