Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

23 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен 44 яңы камера тикшерә

Йәмғиәт

Өфөлә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәүсе автоматлаштырылған үҙәк эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр республика автоинспекцияһында. Бында ҡала юлдарында ҡуйылған видеокамераларҙан килгән мәғлүмәттәр эшкәртелә. Салауат Юлаев проспектының СССР-ҙың 50 йыллығы, Сәғит Агиш, Баҡалы, Октябрь революцияһы урамдары менән киҫелешендә ҡырҡҡа яҡын яңы ҡоролма ҡуйылған.  Видеокамералар юл һыҙаттары өҫтөндә тора. Ошондай уҡ комплект Ырымбур трактындағы «Метро» сауҙа комплексы янында ла ҡуйылған.

С.Агиш урамындағы тубдиспансер эргәһендә һәм Сипайлово урамындағы 6-сы Өфө автотранспорт предприятиеһы янында юл ситен төшөрөүсе видеокүҙәтеү комплекстары ҡуйылған.

—  Былтыр фиксация зоналарында ауыр эҙемтәләргә килтергән юл-транспорт ваҡиғалары теркәлмәне. Комплекстар 2008 йылдан файҙаланыла, һәм анализдан күренеүенсә, тиҙлекте арттырыуға бәйле ҡағиҙә боҙоуҙар әкренләп кәмей, — тип аңлатма бирҙеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.  

Республика автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә бер автоматик фиксация комплексы 150-нән 800-гә тиклем ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡлай. Водителдәр башлыса тейешле тиҙлекте сәғәтенә 10-20 километрға арттыра. Уҙған йыл эсендә фотоматериалдар буйынса Үҙәк хеҙмәткәрҙәре 34 миллион һум суммаға 127 мең штраф һалған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть