Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң вакансиялар банкы аҙна эсендә 1600 берәмеккә тулыланды

Иҡтисад

Өфөнөң вакансиялар банкы үткән аҙна эсендә яңы эш урындары менән ярайһы уҡ тулыланды. Бөгөнгө көнгә унда 9600-ҙән ашыу вакантлы урын иҫәпләнә. Көсөргәнешлек коэффициенты йәки эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте түбәнәйҙе һәм әлегә 0,96-ға тиң.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһында рәсми рәүештә 8600-гә яҡын эшһеҙ теркәлгән, уларҙың 8000-гә яҡыны эшһеҙлек буйынса пособие ала.

Ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә йәмғеһе 9200 кеше иҫәптә тора. Йәнә 2000-гә яҡыны үткән аҙнала Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең төрлө хеҙмәттәре менән файҙаланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть