10 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2012 йыл, 11:05

Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһында булды

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

21 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Белорет ҡалаһында булды. Республика башлығы «Морат» тау саңғыһы үҙәгендә комплекстың инфраструктураһы менән танышты.

Бында биш тау саңғыһы трассаһы бар. Ҡунаҡхана бинаһы әле төҙөлөп бөтмәгән. Тау саңғыһы үҙәге нигеҙендә «Башҡортостан Республикаһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд үҙәк клубы» дәүләт автономиялы учреждениеһы филиалы эшләп килһә лә, комплекс тау саңғыһы спортының һәм ҡышҡы туризмдың заманса үҫеш кимәленә тап килмәй.

Рөстәм Хәмитов «Морат» тау саңғыһы үҙәген үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе, унда спорт комплексын тергеҙеү һәм 2015 йылға уны заманса стандарттарға тап килтереү кәрәклеге билдәләнде.

— Башҡортостан Республикаһында тау саңғыһы спортының элекке даны юғалды, — тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта беҙҙә спорт һәм туристик йүнәлештәрҙе үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Республика уңайлы тәбиғәт шарттарына эйә, беҙҙә тау саңғыһы спортының үҫеш тарихы, йолалары бар. Белоретта заманса тау саңғыһы үҙәге булдырылһа, ҡаланың инфраструктураһы үҫешәсәк, яңы ҡунаҡханалар төҙөләсәк.

Республика Президенты комплекстың инфраструктураһын үҫтереү өсөн шәхси капитал йәлеп итеү кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте. Шул уҡ ваҡытта республика трассаларға яһалма ҡар түшәү, уларҙы яҡтыртыу һәм яңы креслолы аҫылмалы юл төҙөү буйынса эштәрҙе үҙ өҫтөнә аласаҡ.

Ултырыш барышында Белоретта һәм Стәрлетамаҡта тау саңғыһы үҙәктәрен тергеҙеүҙең берҙәм заказсыһы функцияларын үҙ өҫтөнә аласаҡ структура булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был эш 2012 йыл дауамында йәйелдереләсәк.  

Шул уҡ көндә Белореттың 400 шәхси йорт төҙөлөп ятҡан яңы биҫтәһендә Рөстәм Хәмитов 220 урынға иҫәпләнгән бассейнлы балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты.

Республика Президенты ҡалала нисә баланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөмәүе тураһында ҡыҙыҡһынды. Урындағы власть органдары вәкилдәре асыҡлауынса, Белорет районында – 1600, ә Белореттың үҙендә 800-гә яҡын сабый балалар баҡсаларына сиратта тора. Ағымдағы йылда был һәм шундай уҡ тағы бер балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар етмәү мәсьәләһен икеләтә кәметәсәк.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ балалар баҡсаһына табан һуҙылған юлдарҙың ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә булмауын билдәләне. Етәкселәр һүҙҙәренсә, биҫтәне төҙөкләндереү ағымдағы йылдың яҙына планлаштырыла.