8 декабрь, Кесе йома

23 ғинуар 2012 йыл, 9:50

Рәмил Исҡужин Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләнде

автор: «Башинформ»

20 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән Рәмил Исҡужинды республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтенән.

Белешмә өсөн. Рәмил Кәбир улы Исҡужин 1958 йылдың 5 мартында республиканың Бөрйән районында тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1975 йылда Бөрйән районының Ырғыҙлы урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1976-1978 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Бынан һуң 1980 йылға тиклем мәктәптә эшләй.

Төрлө йылдаҙа БАССР-ҙың Бөрйән районы Ырғыҙлы ауыл Советы рәйесе, Күмертау район-ара прокуроры ярҙамсыһы, Күмертау район Советы рәйесе урынбаҫары, Мәләүез район-ара прокуроры, Өфөнөң Совет районы прокуроры, Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары вазифаларын биләй.

2006-2008 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы.

2007-2011 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.

Рәмил Исҡужин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы», «Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре» исемдәренә, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советының Почет грамотаһына эйә.